Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2022, 15:15

Башҡортостан властары кәбеҫтәгә хаҡтарҙың ҡапыл артыу сәбәбен аңлатты

Хәҙер 1 килограмы өсөн байтаҡ аҡса бирергә тура киләсәк.

Башҡортостан властары кәбеҫтәгә хаҡтарҙың ҡапыл артыу сәбәбен аңлатты
Башҡортостан властары кәбеҫтәгә хаҡтарҙың ҡапыл артыу сәбәбен аңлатты

Башҡортостандың Сауҙа министрлығы кәбеҫтәгә хаҡтың артыуын уҙған йылда уңыштың түбән булыуы менән аңлатты. Ведомство 27 мартта магазиндарҙа ошо йәшелсәнең ҡиммәтләнеүенә бәйле хәлгә аңлатма бирҙе – урындағы халыҡтың республика Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ҡалдырған ялыуҙарына яуап итеп.

 

– Мониторинг мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың март башынан хаҡтарҙың артыуы күҙәтелә, шул иҫәптән аҡ күсәнле кәбеҫтәгә. Йәшелсәгә хаҡтарҙың артыуы былтырғы түбән уңыш запасының тиҙ кәмеүе менән аңлатыла, - тине төбәк Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы вәкиле Кэсо Дараселия.

 

Башстат мәғлүмәттәре буйынса, 18 мартҡа кәбеҫтәнең килограмы уртаса 70 һумға төшкән. Бер аҙнала уға хаҡ 6,6 процентҡа күтәрелгән. Хәҙер йәшелсә тағы ла ҡиммәтерәк – 90– 124 һум тора, тип хәбәр итә республика халҡы социаль селтәрҙә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: