Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2022, 16:15

Бәләгә тарыған аҡҡошҡа ярҙам иткәндәр

Йылайыр ауылында ике ҡатлы йорттар янында төркөмдән тороп ҡалған аҡҡош тотолған. Хәлһеҙ ҡош артабанғы юлын дауам итә алмаған.

Ике ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр әйтеүенсә, аҡҡош күпмелер ваҡыт бында булған. Үткән төндә Йылайырҙа көн торошо боҙолған. Әгәр ваҡытында ярҙам күрһәтелмәһә, ҡоштоң бындай шарттарҙа һәләк булыуы ла ихтимал.

Әлеге ваҡытта райондың ветеринария хеҙмәткәрҙәре ҡошҡа  тейешле ярҙам күрһәткән. Аҡҡош аяҡҡа баҫҡас та, уны иреккә сығарасаҡтар.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: