1797 йылдың 28 мартында кер йыйыу өсөн өҫтө ҡытыршылы (рельефлы) ағас таҡта патентланған. 1851 йылда иһә Джеймс Кинг тигән ғалим әйләнмәле барабанлы бер ҡоролма уйлап тапҡан. 1856 йылда Мур атлы берәү ағас йәшниктән һәм раманан торған ҡатмарлы конструкция тәҡдим иткән. Йәшник эсенә кер һалғандар, өҫтөнә ағас шарҙар һалып, таҙарта торған иретмә ҡойғандар ҙа рычаг менән раманы аҫҡа-өҫкә хәрәкәт иттергәндәр. Ағас шарсыҡтар кер менән бергә әйләнгеләп, болғанып, әйберҙе ышҡыған кеүек булған. 1874 йылда тағы бер ғалим ҡатынына кер йыуғыс эшләп биргән. Уны берәй хайуан ярҙамында әйләндергәндәр икән. Ошо ҡоролманы күпләп етештергәндәр. Һуңынан корпусына керҙе һыға торған валик ҡуйылған.
1900 йылда немец ғалимы Карл Миле май һығыу аппаратына оҡшатып, бер ҡулайлама эшләгән. Был модель дә таралып киткән. Шулай камиллаштырғандар кер йыуғыстарҙы.