Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Март 2022, 23:52

900 мең һум аҡса урлап, рәхәтләнеп туҙҙырған

Өфө районы полицияһына 29 йәшлек ир өйөндәге сейфтан ҙур суммала йыйған аҡсаһы юғалыуы  һәм кемдән күреүе тураһында хәбәр итә.  Аҡса юғалғандан һуң ул кеше бәйләнешкә сыҡмай башлаған була.

900 мең һум аҡса урлап, рәхәтләнеп туҙҙырған
900 мең һум аҡса урлап, рәхәтләнеп туҙҙырған

 Полицейскийҙар майор Илнур Сафин менән  лейтенант Аслан Солтаев  бик тиҙ бурҙың эҙенә төшә һәм уны Хәйбулла районында ҡулға ала.   Ҙур суммала аҡса урлауҙа ғәйепләнеүсе 20 йәшлек Өфө районы кешеһе була.   Ул үҙенең ғәйебен таный һәм был йортта ваҡыт-ваҡыты менән барып эшләп йөрөгәнлектән сейфтың кодын белеүен  әйтә. 

Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, таныштары менән спиртлы эсемлектәр эсеп, ҡыйыуланып алған егет төндә 29 йәшлек танышының йортона китә һәм бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ үтеп инеп, сейфтағы бар аҡсаны – 900 мең һумды алып сыға.   

Иң беренсе ҡатыны менән ҡыҙын  барып ала һәм иртүк  күрше микрорайонға барып, 220 мең һумға “Приора” автомобиле һатып алалар һәм шул машинала Хәйбулла районына юлланалар.  Унда йәшәү өсөн ҡуртымға йорт алалар, ғәйепләнеүсе  хужалыҡ тауарҙары, ғаилә өсөн кәрәкле бөтә әйберҙәрҙе һатып ала.  Әҙерәк ғаиләһе менән булғандан һуң Ырымбур өлкәһе Орск ҡалаһына китә.   Унда таныштары менән ресторанда, мунсала байрам итеп, бер төн эсендә 200 мең һум самаһы аҡсаһын бөтөрә.  Күпмелер ваҡыттан һуң өйөнә ҡайтҡан бурҙы полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. 

Әле уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: