Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2022, 17:37

Юл фажиғәләре - 26 март

Уҙған тәүлектә республика юлдарында һигеҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, бер кешенең ғүмере өҙөлгән, һигеҙ кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1800-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 39 иҫерек водитель тотолған.

Юл фажиғәләре - 26 март
Юл фажиғәләре - 26 март

Кисә киске сәғәт һигеҙҙә Стәрлетамаҡтың Хоҙайбирҙин урамында 46 йәшлек ир "Nissan X-Trail" машинаһынан тапалған. Машина менән Күмертауҙан 22 йәшлек егет идара иткән. Йәйәүле ярамаған урында юл аша сығып барған, кейемендә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булмаған. Яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото: БР ЮХХДИ.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: