Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2022, 12:13

Яҡташыбыҙ Ринат Камаловты ҡотлайбыҙ!

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнөндә, Мәскәү консерваторияһында гала-концерт һәм «Партитура» Бөтә Рәсәй йәш композиторҙар конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үткән. Был хаҡта Телеграм-каналында Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова хәбәр итте:"Лауреаттар араһында беҙҙең композитор, музыкант, дирижер, Учалы егете Ринат Камаловтың да булыуы - оло ғорурлыҡ. Ҡотлайым!" 

Яҡташыбыҙ Ринат Камаловты ҡотлайбыҙ!
Яҡташыбыҙ Ринат Камаловты ҡотлайбыҙ!

Конкурсҡа илдең 63 төбәгенән 800-ҙән ашыу заявка бирелгән. Абруйлы эксперт жюриһы составында - 50-нән күберәк композитор. Беҙҙең Рәсәй музыкаһының ошондай киләсәге булыуы тағы ла нығыраҡ ҡыуандыра! Төрлө жанрлылыҡ, күп милләтлелек, тәүәккәллек, рус классик әҫәрҙәренең иң яҡшы өлгөләренә таяныу. Еңеүселәребеҙҙең береһе, беҙ - киләсәк, тине!" - тип хәбәр итте Эльвира Ринат ҡыҙы.

Ринат Марс улын еңеү менән ҡотлап, ижади уңыштар теләйбеҙ! 

Яҡташыбыҙ тураһында һүрәтләмә: https://ye102.ru/articles/kl/2018-11-06/bash-ort-dirizhery-ytay-a-711379

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: