Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2022, 16:26

Йәш эшҡыуарҙарға грант булдырыла

Үҙ эшен асырға теләгән йә башлап торған 25 йәшкә тиклемге егет һәм ҡыҙҙар дәүләт ярҙамы аласаҡ. Аҡса күләме етерлек була.

Йәш эшҡыуарҙарға  грант булдырыла
Йәш эшҡыуарҙарға грант булдырыла

РФ Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин белдереүенсә, йәш эшҡыуарҙар 100 мең һумдан 500 мең һумғаса грант алыуы ихтимал. Әгәр ҙә Арктикала эш асһа инде, ул саҡта аҡсалата ярҙам бер миллион һумға етәсәк. Ҡаҙнала тәғәйен сумма айырып һалынған.

Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук аңлатыуынса, беҙҙә йәштәр эшҡыуарлығына ярҙам буйынса эш төркөмө булдырылған һәм консультация алырға мөмкин. Уның өсөн дәүләт комитетының “Бәйләнештә”ге төркөмөнә яҙырға: https://vk.com/molodez102.

Мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырмағыҙ, йәштәр!

Фото: vk.com

Йәш эшҡыуарҙарға  грант булдырыла
Йәш эшҡыуарҙарға грант булдырыла
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: