Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Март 2022, 07:00

Әсә һәм бала

Бер малай ағастан ике груша өҙөп алған да өйгә алып ингән.

Балаһын емеш менән күргән әсә ҡыуанған һәм, бер грушаны ашарға яраймы, тип ҡыҙыҡһынған.

Малай бер аҙ уйлап торған да, ҡапыл ғына ике емеште лә бер-бер артлы тешләгән.

Әсәһе аптырап ҡалған. “Был бала һаран булмаҡсымы икән ни? Уның менән әңгәмәләшеп алырға кәрәк икән”, – тип көрһөнгән.

Минут та үтмәгән, улы әсәһенә груша һонған:

– Әсәй, грушаларҙың икеһе лә тәмле, шулай ҙа быныһы нығыраҡ тәмле кеүек тойолдо.

– Ииий, балам!.. – тигән дә әсә, тағы уйға ҡалған.

Хикәйәттең асылы шул: был тормошта ашығыс һығымта яһарға ярамай. Һәр аҙымдың үҙенә күрә бер сәбәбе була...

 

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: