-5 °С
Ҡар
Сөнки әлеге техника ағас кузовлы һәм рамлы, ике арба тағылған тимер юлы вагонын хәтерләткән. “Бөтмәй торған рельслы” тигәне һәр береһе айырым звенонан торған ҡулса-сылбыр булған, имеш. Конструктор тәҡдим иткән гусеница принцибы һаман да ғәмәлдә.
Патент алғас, ике йылдан вагонды төҙөп, һынап ҡарағандар. Трактор хатта ике мең кирбес тейәлгән көйө лә һаҙлыҡлы урындан сыға алған. Шуныһы ҡыҙыҡ: был ҡоролманы немец фирмаһы һатып алырға теләгән. Блинов иһә былай тигән: “Мин рус мужигы, Рәсәй өсөн уйланым һәм Рәсәй өсөн эшләнем”.