-4 °С
Болотло
Бәләбәй районында йәшәгән 52 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кеше, йәнәһе лә, "банк хеҙмәткәре", шылтыратып, исемегеҙгә 3990 һумлыҡ займ алынған, әлеге ваҡытта 1995 һум проценттар өҫтәлгән, уларҙы түләр кәрәк, тип хәбәр иткән. Ҡатын аҡса түләргә ашыҡмаған - полицияға барып, займ алмауын, банк менән бер ниндәй ҙә килешеүҙәр төҙөмәүен аңлатҡан. Һәм дөрөҫ эшләгән дә: 5985 һум да - аҡса, юлда тәгәрәп ятмай. Был факт буйынса тикшереү башланған.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.