Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2022, 23:27

Учалыла "Яҙ һулышы" фестивале үтте

Ҡунаҡсыл Учалы төбәге йәш таланттарҙы - ярһыу йөрәкле, беренән-бере сағыуыраҡ бейеүселәрҙе "Яҙ һулышы" фестиваленә йыйҙы. Биш йыл элек беҙҙең танылған сәнғәт эшмәкәре Гөлназ Ғайсарованың идеяһы менән башланған сара быйыл республика кимәленә сыҡты.

Учалыла "Яҙ һулышы" фестивале үтте
Учалыла "Яҙ һулышы" фестивале үтте

"Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы” сиктәрендә уҙғарылған бәйгелә 27 бейеү коллективы, тиҫтәләрсә яңғыҙ бейеүселәр ҡатнашты.

Коллективтар араһында фестивалдең гран-приһын Ҡырмыҫҡалы районынан "Йондоҙ" өлгөлө бейеү ансамбле яуланы (етәксеһе Гөлназ Хәкимова).

1-се дәрәжә лауреаты - "Айгөл" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Силәбе ҡалаһы, етәкселәре Земфира Хәйруллина, Радмила Фаляхова).

2-се дәрәжә лауреаты - "Көнгәк" халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Мəлəүез ҡалаһы, етәкселәре Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар). 

3-сө дәрәжә лауреаты - "Ирәмәл" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (Учалы районы, етәкселәре Фәнис Кәримов, Айсель Гасанова). 

Бәләкәй ансамблдәр араһында гран-приҙы "Көнгәк" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең егеттәр составы яуланы (Мəлəүез ҡалаһы, етәкселәре Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар). 

1-се дәрәжә лауреаттары - Аделина һәм Регина Яҡуповалар («Дивертисмент» бейеү ансамбле, Межгорье ҡалаһы, етәксеһе Ямалитдинова Ирина).

2-се дәрәжә лауреаттары - «Быҙыбыт» өлгөлө бейеү ансамбле (Ғафури районы, етәксеһе Илшат Хәбибуллин).

3-сө дәрәжә лауреаттары -«Йондоҙ» ансамбле (урта төркөм) (Белорет районы, етәкселәре Елена Әғзәмова, Зинира Дәүләтова).

Яңғыҙ бейеүселәр араһында гран-при Карина Колпаковаға тапшырылды  ("Көнгәк" халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Мəлəүез ҡалаһы, етәкселәре Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар). 

1-се дәрәжә лауреаты - Айгиз Нураев (Хәйбулла районы, етәксеһе Юлдаш Мортазин).

2-се дәрәжә лауреаты - Роза Юлбирҙина (Учалы районы, етәксеһе Гөлсәсәк Муллағәлләмова).

3-сө дәрәжә лауреаты - Динислам Ғимаев (Учалы ҡалаһы,етәксеһе Азат Буранбаев.

"Иң яҡшы уйын роле" номинацияһы - Тимур Алтаевҡа ("Көнгәк" халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, Мәләүез ҡалаһы), "Сағыу сәхнә образы" номинацияһы - Вадим Ниязғоловҡа тапшырылды (Бөрйән районы).

Шулай уҡ башҡа коллективтар, яңғыҙ бейеүселәр ҙә төрлө дәрәжә дипломдар менән бүләкләнде.

Әлмир Мөхәмәтйәров етәкләгән Учалы филармонияһы коллективы "Яҙ һулышы" фестивален бик юғары кимәлдә үткәреүгә өлгәшеп, маҡтауға лайыҡ булды. 

Фестивалдең ойоштороусылары:БР Мәҙәниәт министрлығы; БР Халыҡ ижады үҙәге, Учалы ҡалаһы хакимиәте, Учалы филармонияһы.

Фото: автор.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: