Яңы ковид-госпиталде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, РФ Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау комитеты рәйесе Дмитрий Хубезев ҡатнашты.
«Бөгөн беҙ Сибайға бик яҡшы кәйеф менән килдек. Беҙ ике йыл инде яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшәбеҙ. Санкцияларға бәйле ауыр ваҡытҡа ҡарамаҫтан, республикала яңы объекттар төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн беҙ Сибайҙа дүртенсе клиника-диагностика үҙәген асып, эпидемиологик контурҙы ябабыҙ. Ҡаланың медицина учреждениеларында 200 меңгә яҡын кеше хеҙмәтләндерелә. Ҡала хакимиәте башлығы һәм уның командаһына, сибайҙарға рәхмәтлебеҙ. Уларһыҙ тиҙ арала госпиталде төҙөй алмаҫ инек. Яҡын дуҫыбыҙ, Дәүләт Думаһы депутаты Дмитрий Хубезевҡа оло рәхмәтемде еткерәм”, – тине Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы планда тағы бер ковид госпиталь төҙөү булыуын белдерҙе.
«Бер аҙ хәл һәм көс йыйып алғас, төҙөлөш эштәрен башларбыҙ. Сибай минең өсөн иң яҡын ҡалаға әүерелде, бында мин карьер янған иң ауыр осорҙа республика Башлығы булараҡ эшемде башланым. Һеҙҙең менән бергә был ҡатмарлы юлды үттек. Сабырлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт”, – тине Радий Хәбиров.
Һаулыҡ һаҡлау буйынса Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе Дмитрий Хубезов медицина учреждениеһын асыу танатанһында ҡатнашыуы уның өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
«Сәләмәтлек һәм ғүмер – кеше өсөн иң мөһиме. Бында ошондай дауахана асылыуы бик шәп. Госпиталь ғына түгел, ә тотош система ул. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы – һис шикһеҙ, илебеҙҙә иң алдынғыларҙың береһе, уны беҙ гел өлгө итеп күрһәтәбеҙ” – тине Дмитрий Хубезов үҙенең тәбриәкләү һүҙендә.
БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров беҙҙә төҙөлөгән инфекция үҙәктәренең Рәсәйҙә ҙур танылыу яулауын билдәләп:
«Беҙ үҙебеҙҙең проектыбыҙҙы булдырҙыҡ. Уның буйынса Рәсәйҙең 20 төбәгендә ошондай уҡ үҙәктәр төҙөлә. Был Башҡортостан технологияларының ил буйлап таралыуын һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан юғары баһаланыуын иҫбатлай. Бөтә төбәктәр ҙә ошондай ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бындай объекттар төҙөй алмай. Шуны әйтеп үткем килә, беҙ артабан да Сибайҙа төрлө объекттар төҙөүҙе дауам итәсәкбеҙ”, – тине.