Ҡайһы берәүҙәр эҙләнеүҙән бик тиҙ арыған, ялҡҡан да, хазина өсөн улай уҡ көс түгергә кәрәкмәй, тип эшен ташлаған. Бәғзеләр өҫтән-мөҫтән генә ҡаҙып, арлы-бирле һөйәктәрҙән башҡаны сығара алмаған. Бер төркөм кеше ҡаҙыныуға ҙур әһәмиәт биреп, хеҙмәтенән йәм табып, эҙләнеүен дауам иткән. Алдарында күп таш өйөмөн, балсыҡ ҡатламын күреп, өмөтөн өҙөүселәр ҙә күп булған.
Ваҡыт үткән. Хазина кемдәргәлер табылған шулай ҙа. Улар – бәхетле кешеләр – иң ныҡыштар, иң егәрлеләр һәм табыш алыуға ышаныусыларҙан булған. Кем иһә эҙләү ваҡытында күп һүҙ һөйләгән, бәхәсләшкән, тәкәбберләнгән, ул бер нәмә лә тапмаған һәм ҡалған ғүмерен ниңә тапмағаны өсөн аҡланыу, аңлатма эҙләү менән үткәргән. Берәүҙәр һаман да эҙләнә, имеш.
Аҡһаҡалдар уңышһыҙҙарға шулай тип кәңәш биргән: әгәр ҙә хазинаны табыу бәхетенә ирешкәндәр кеүек тырыш һәм ныҡыш булһағыҙ, уңыш йылмаясаҡ.
Тик был уңышһыҙҙар һаман аңламай, ти: һуң, беҙ ҙә бит аҡыллы ла, тырыш та, ихлас та.
...Кем үҙен етерлек кимәлдә аҡыллы һәм егәрле тип әйтмәһен инде?! Әллә әйтерме?..
Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.