Кисә көндөҙ Өфөлә "Лада Гранта" менән "Renault Logan" бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһында "Renault" машинаһының 21 йәшлек водителе йәрәхәттәр алған. Ул медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан. Уға ҡарата РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.26-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса административ материал төҙөлгән (медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартыу), транспорт сараһы махсус туҡталҡаға урынлаштырылған.
Фото: БР ЮХХДИ.