Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2022, 20:10

Мэр көрәк тотҡан

Кисә баш ҡалала “санитар йома” сараһы үтте. Ратмир Мәүлиев та ситтә ҡалманы.

Мэр көрәк тотҡан
Мэр көрәк тотҡан

Өфөлә санитар йыйыштырыу, төҙөкләндереү, йәшелләндереү айлығы башланды. Шәмбе өмәләре ҡыш буйына тиерлек үтте.

Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев әйтеүенсә, яҙғы өмәгә старт биреүҙә шәхсән ҡатнашҡыһы килгән. Уның урынбаҫарҙары ла эшкә сыҡҡан.

- Көн тәртибе тығыҙ булһа ла, беҙ бындай сараларҙа ҡатнашыу өсөн ваҡыт табырға тейешбеҙ. Ҡалабыҙ таҙа булһын өсөн үҙебеҙгә өмәләргә сығып, өлгө күрһәтеү мөһим, - тигән мэр.

Фото: Өфө ҡалаһы сайтынан.

Мэр көрәк тотҡан
Мэр көрәк тотҡан
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: