Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2022, 15:31

Ковид ҡорбандары тағы 5 кешегә артты

Рәсми мәғлүмәттәр  буйынса,  Башҡортостанда 26 мартҡа ҡарат а 273 424  кешелә яңы коронавирус инфекцияһы раҫланған. 

Ковид ҡорбандары тағы 5 кешегә артты
Ковид ҡорбандары тағы 5 кешегә артты

 Бөтәһе    254 359 был мәкерле сирҙән имен-аман ҡотолған. Шуларҙың    1826-һы уҙған тәүлектә һауығыусылар сафын тулыландырған.   Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковид республикала 5507 кешенең үлеменә килтерҙе. Тәүлек эсендә генә тағы биш кеше мәкерле сир ҡорбаны булды.

“Инфекцияны еңеү өсөн беҙ коллектив иммунитет булдырырға тейешбеҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтегеҙ”, –   тип иҫкә төшөрөләр БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Фото:Т.Аманов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: