Артабан шул да асыҡлана: уҙған йылдың ноябрендә 29 йәшлек ир дуҫы менән сит илгә сығып, шунда аҙыҡ-түлек ташыу буйынса бизнес ойошторорға уйлайҙар. Ләкин бының урынына улар ялған аҡса менән шөғөлләнә башлаған. Илле долларлыҡ ике йөҙ ялған банкнота алып ҡайтып, уларҙы төрлө банкоматтарҙа, банктарҙа һумдарға алыштырырға ниәтләгән дуҫтар был "бизнесҡа" 34 йәшлек ирҙе лә йәлеп иткән. Ике көн дауамында 120-нән ашыу ялған купюраны һумдарға алыштырып өлгөргәндәр, ҡалған һикһән банкнотаны ҡарға күмеп йәшергәндәр.
Полиция хеҙмәткәрҙәре йәшерен аҡсаны тапҡан. Ялған купюраны һатыу факттары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Ғәйепләнеүселәр һаҡ аҫтына алынған.
Фото: БР буйынса ЭЭМ матбуғат хеҙмәте.