Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2022, 19:54

Диетолог кәңәштәре

Дөрөҫ туҡланыу — сәләмәтлек нигеҙе.  Шунлыҡтан ҡайһы бер осраҡта туҡланыу буйынса диетологтарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалыу зыян итмәҫ. 

Диетолог кәңәштәре
Диетолог кәңәштәре

 

  1. Оло кешегә көнөнә иң әҙе 2 л һыу эсергә.
  2. Туҡланыу рационына алкоголь индерергә була, тик бер стакан ҡыҙыл шарап ҡына.
  3. Аш эшкәртеү рактын эшләтеп ебәреү өсөн, йоҡонан уянғас та бер стакан һыу эсергә. Ярты сәғәттән һуң ғына иртәнге сәй эсергә  ярай.   
  4.  Ашарҙан ярты сәғәт алды ярты стакан һыу эсеүҙе ҡағиҙә итеп алығыҙ. Ашты һыу менән йыумағыҙ, ашағандан һуң   40 минуттан һуң ғына сәй йә һыу эсергә ярай.
  5. Туҡланыу рационын көнөнә 5 – 6 тапҡырға бүлегеҙ. Шул осраҡта организм запасҡа май йыймаясаҡ.
  6. Һуңғы тапҡыр йоҡларҙан өс сәғәт алда ашарға ярай. Һыуҙы иһә һәр ваҡыт эсергә мөмкин.
  7. Сәй менән ҡәһүәне шәкәр һәм башҡа тәмле-татлы ҡушмайынса эсергә ғәҙәтләнегеҙ.
  8. Картуфты аҙнаһына ике тапҡыр ғына ашарға тырышығыҙ. Уныһын да һыуҙа, йә мейестә бешереп.
  9. Виноград менән банан калорияға иң бай ризыҡтарҙан һанала, шунлыҡтан ябыҡҡансы тиклем уларҙан баш тартырға мөмкин. Картуф кеүек үк аҙнаһына ике тапҡыр ғына ашарға ярай.
  10. Аҙнаһына бер тапҡыр ашҡаҙанды ял иттереп алыу фарыз.
  11. Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының әүҙемлеге киске сәғәт 6-ла көслө була, шунлыҡтан ошо ваҡытты күнекмәләр өсөн файҙаланырға кәңәш ителә.
  12. Спорт хаҡында һәр саҡ хәтерҙә тотоғоҙ. Иртәле-кисле еңелсә зарядка эшләү файҙалы. Улар матдәләр алмашыныуын яҡшырта. Йүгереп килергә йәки һуҙылып алырға һәр саҡ мөмкинлек бар. 
  13. Спорт өсөн иң ҡулай ваҡыт көндөҙгө сәғәт 5-тән киске 8-гә тиклем.
  14. Иртәнге аш – көндөң иң мөһим этабы, уны ҡалдырырға ярамай.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: