Быйыл ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу өс этапта үтәсәк: педагогика нигеҙҙәре буйынса онлайн-тест эшләү, синыф етәкселеге темаһы буйынса онлайн-мәсьәләләр сисеү һәм видеовизитка.
Бәйгелә ҡатнашырға теләүселәргә «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге махсус әҙерләнгән мини-ҡушымтала (https://vk.com/app8088836 ) теркәлергә һәм анкетаны тултырырға кәрәк. Яңылыҡтарҙы төркөмдә vk.com/vfkr_ru күҙәтеп барырға мөмкин.
Әйткәндәй, үткән йылда форум 85 төбәктән 1 меңдән ашыу ҡатнашыусыны йыйған, Башҡортостандан 18 педагог ҡатнашҡан.
– Бындай саралар уҡытыусыларыбыҙ өсөн бик кәрәк, сөнки тап ошонда бер-береһе менән аралашып, мәғарифты үҫтереү траекторияһын билдәләгән кешеләр менән әңгәмә ҡорғанда тәжрибә менән уртаҡлашып, педагогтар яңы идеялар, уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн көс ала, – ти былтырғы форумда ҡатнашыусы Өфө ҡалаһының 95-се белем биреү үҙәге директорының уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Федан Ғафаров.
Форум Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы тарафынан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Ойоштороу яғынан Яңы белем биреү формаларын үҫтереү фонды ярҙам итә.
Фото: Т. АМАНОВ.