Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2022, 22:21

Балыҡсылар, хәүефһеҙлекте онотмағыҙ!

Һеҙҙә нисектер, Учалыла балыҡсылар йылға-күлдәрҙе баҫып алды!  Был ваҡытта балыҡтың ниндәйе генә тотолмай, хатта көндөҙ ҙә балыҡ тоторға була, тип балыҡсылар балалар кеүек ҡыуана.

Балыҡсылар, хәүефһеҙлекте онотмағыҙ!
Балыҡсылар, хәүефһеҙлекте онотмағыҙ!

Тик уларға, яҙғы боҙға яҫтыҡтай булһа ла ышанма, тип әйтке килә. Яҙғы боҙ бик мәкерле бит. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре лә үҙ ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйыусыларҙы һаҡ булырға, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫтә тоторға саҡыра. 

Боҙ аҫтына төшөп киткән осраҡта:

- паникаға бирелмәҫкә;

- мотлаҡ ярҙам саҡырырға;

- һыуға баш менән сумып китмәҫ өсөн ҡулдарҙы ныҡ итеп йәйергә;

- сәбәләнмәҫкә, йоҡа боҙ ситенә бөтә кәүҙә менән ятмаҫҡа, сөнки боҙ һынып тик торасаҡ;

- боҙға терһәк менән таянып, кәүҙәне горизонталь хәлгә килтергәс, боҙ ситенә ҡайһы аяҡ яҡыныраҡ – шуныһын боҙ өҫтөнә һелтәп һалырға, кәүҙәне янтайтып, икенсе аяҡты ла тартып алып, тиҙерәк боҙ өҫтөнә тәгәрәргә кәрәк;

- артабан киҫкен хәрәкәт яһамайынса ғына хәүефле урындан үҙегеҙ килгән яҡҡа табан шыуышырға;

Һыуға батҡан кешегә ярҙамға иһә шыуып ҡына барығыҙ, 3-4 метрҙан уға бау, ҡолға, таҡта, шарф һымаҡ ҡул аҫтындағы әйберҙе һоноғоҙ, ул әйбергә йәбешкәс- һөйрәтеп сығарырға тырышығыҙ. Уға үтә яҡын барыу хәүефле, сөнки боҙ һеҙҙе күтәрә алмайынса, үҙегеҙ ҙә ишелеп төшөүегеҙ бар.

Фото: автор.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: