Был эшлекле уйын имтихан тапшырыу пунктына ингәндән алып һынау тапшырып сыҡҡанға тиклем БДИ-ның бөтә барышын сағылдырҙы. Эшлекле уйында ҡатнашыусыларҙың йөҙҙәренә ҡарағанда, барыһы ла бирелгән эштәрҙе үтәй алған ине. Республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 12 балл йыйып, «бишле» алыуға өлгәшһә, уның урынбаҫары Әлфиә Зәкир ҡыҙының балы түбәнерәк. Ул 9 балл йыйып, «бишле»гә бирҙе.
– Бик тулҡынландырғыс. Үҙем тураһында шуны әйтә алам: улым былтыр мәктәпте бөткәйне, ҡыҙым уҡый әле. Мин махсус рәүештә әҙерләнмәй килдем. Алты балл ғына йыйҙым. Бик әҙ инде. Уҡыу бөткәнемә лә 33 йыл үтеп киткән. Эшемдә математика менән осрашырға тура килмәй. Бер аҙ тартырға кәрәк инде, – ти Анна Казак. Ул 6 балл йыйып, «дүртле»гә тапшырҙы.
Эшлекле уйында барлығы 59 кеше ҡатнашты, бер ниндәй тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәне. Бындай сара сығарылыш синыф уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәйҙәренең ҡурҡыу тойғоларын еңеп, Берҙәм дәүләт имтиханына тынысыраҡ ҡарарға ярҙам итә. Ошонан һуң өлкәндәр балаларын көйләй һәм ярҙам итә аласаҡ, ти ойоштороусылар.
Фото: Т. АМАНОВ.