Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Март 2022, 12:40

Ҡаҙағстандағы башҡорттарға оло бүләк

Нур-Солтан ҡалаһындағы «Акбузат» башҡорт этномәҙәни ойошмаһына ун башҡорт милли костюмы килеп етте. Бының турала БР Халыҡтар дуҫлығы йорто хәбәр итә.

Ҡаҙағстандағы башҡорттарға оло бүләк
Ҡаҙағстандағы башҡорттарға оло бүләк

«Акбуҙат» рәйесе Урал Аҙнабаев уларҙы төрлө сараларҙа һәм күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡанда кәрәк буласаҡ тип һораған.

– Беҙҙә 17 мең башҡорт йәшәй. Беҙ үҙ-ара татыубыҙ, төрлө сара уҙғарабыҙ. Был костюмдар беҙҙең өсөн республиканан оло бүләк булды. Улар тап беҙ теләгәнсә: етәүһе ҡатын-ҡыҙҙарға, өсәүһен ир-егеттәр кейәсәк. Тегелеше үҙ ваҡытына тап килә - бындай кейемде беҙҙең олатай-өләсәйҙәр кейгән, – тип һөйләне ул.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: