Производствола уҡытыу оҫталарының иң-иңдәрен асыҡлау, педагогик һөнәрҙәрҙең абруйын арттырыу, белем биреү һәм кадрҙар әҙерләү өлкәһендә алдынғы идеяларҙы танытыу, шулай уҡ иң яҡшы педагогик тәжрибәне өйрәнеү, таратыу маҡсатында ойошторолған сара өс этаптан тора. Тәүге һайлап алыу этабында комиссия ҡатнашыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалай. Икенсе этап ике турҙан тора (уҡытыусының сығышы һәм дәрес күрһәтеү). Икенсе этапта еңеүселәр өсөнсө этапта ҡатнашасаҡ (Екатеринбург ҡалаһында сентябрҙә үтәсәк).
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.