Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 22:14

Йыл экспортерҙары

Башҡортостанда "Йыл экспортеры" конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды.

Йыл экспортерҙары
Йыл экспортерҙары

Конкурс комиссияһы 24 конкурсанттың эшмәкәрлеген баһаланы (ете - ҙур бизнес, 17 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары).

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында сәнәғәт өлкәһендә йылдың иң яҡшы экспортеры" номинацияһында "Башурмансервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте билдәләнде.

"Йәш һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында агросәнәғәт комплексы өлкәһендә йылдың иң яҡшы экспортеры" номинацияһында шәхси эшҡыуар Эрдоган Мехмет еңеүсе.

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында юғары технологиялар өлкәһендә йыл экспортеры" номинацияһында "Ирида" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеүсе тип билдәләнде.

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында йыл ҡаҙанышы" номинацияһында еңеүсе - "Басвул" сауҙа йорто.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында хеҙмәттәр өлкәһендә "Баштөркөм" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеүсе.

"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында яңы география" номинацияһында "Үлсәү ҡорамалдары заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте еңеүсе.

"Рәсәйҙең сәнәғәт өлкәһендә йылдың иң яҡшы экспортеры. Эре бизнес" номинацияһында  "Урал пружина заводы"еңеүсе булды. 

"Йыл асышы. Ҙур бизнес" номинацияһында "Метта" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт еңеүсе булды. 

"Яңы география. Ҙур бизнес" номинацияһында "Башспирт" акционерҙар йәмғиәте еңеүсе тип билдәләнде.

"Иң яҡшы агросәнәғәт комплексы өлкәһендә йыл экспортеры. Ҙур бизнес" номинацияһында "Шишмә май экстракцияһы заводы" еңеүсе булды.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: