Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 22:30

Юл фажиғәләре - 24 март

Уҙған тәүлектә республика юлдарында биш автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа биш кеше йәрәхәтләнгән. Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ике меңдән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған. 26 иҫерек водитель тотолған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ял көндәрендә профилактик рейдтар уҙғарыласаҡ. 

Юл фажиғәләре - 24 март
Юл фажиғәләре - 24 март

Кисә киске сәғәт ун тирәһендә Баймаҡ районында, Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ автомобиль юлының 110-сы саҡрымында, "Volkswagen Polo" юлдан осҡан.

23 йәшлек пассажир дауаханаға оҙатылған. Машина менән 25 йәшлек егет идара иткән. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: