Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, уҡыусылар мәктәп ашханаһынан һуң үҙҙәрен насар тоя башлай.
- Һөҙөмтәлә ике бала дауаханаға һалына, 60 бала медицина ярҙамынан һуң өйөнә ҡайтарыла, уларҙың сәләмәтлеге ҡәнәғәтләнерлек һәм тотороҡло тип баһалана, – ти хоҡуҡ һаҡлаусылар.
Учреждениела туҡланыуҙы «Миәкә» комбинаты ойоштора. «Контур. Фокус» берекмәһе мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йылда компания Миәкә районындағы бер нисә учреждениены хеҙмәтләндереүгә килешеү төҙөй. Атап әйткәндә, Сәфәр, Миәкәтамаҡ, Үҙәнташ, Илсеғол, Качеганов, Өйәҙебаш һәм башҡа ауыл мәктәптәрендә. Шулай уҡ ойошма Ҡырғыҙ-Миәкәнең 2-се, 3-сө, 4-се һәм 5-се балалар баҡсаларында туҡланыуҙы ойоштора. Ағыуланған мәктәп менән килешеү суммаһы - 36 миллион һум, ә икенсеһе менән 15 миллион һум тәшкил иткән.
1-се мәктәп директоры Радик Яҡупов уларҙы «Миәкә» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтләндереүен раҫланы, әлегә ул аныҡ ҡына бер ниндәй ҙә аңлатма бирә алмай, тине.
- Тикшереү бара, мин әле прокуратура менән аралашам, - тине етәксе.
Күҙәтеү ведомствоһында әйтеүҙәренсә, тикшереүҙән һуң мәктәп һәм туҡланыуҙы ойошторған предприятие хеҙмәткәрҙәренең эшенә баһа биреләсәк. Енәйәт эше «Ҡулланыусыларҙың ғүмере һәм сәләмәтлеге хәүефһеҙлеге талаптарына яуап бирмәгән хеҙмәттәр күрһәтеү» статьяһы буйынса асылған.
Фото: Т. Аманов