Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 13:24

“Йондоҙ”һоҙ ҡалдыҡмы?

Рәсәй Украинала махсус хәрби операция башлағас, бәғзе йырсылар, музыканттар, журналистар (илдең ҙур ҡалаларында йәшәүсе инде) сит илгә сығып киткән икән. Әммә ҡайһы берәүҙәре китеүен, ялға, тигән булып аңлатҡан. Дөрөҫөндә, “телдәре тик тормай, ә үҙҙәре ҡалтырай” һымағыраҡ – уйламайынса һөйләгәндәр ҙә, ҡурҡып, сығып ҡасҡандар. Өҫтәүенә, күптәренең сит илдәрҙә йорто бар бит әле ул... Ундайҙарға ҡарата РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песковтың фекере - түбәндә.

“Йондоҙ”һоҙ ҡалдыҡмы?
“Йондоҙ”һоҙ ҡалдыҡмы?

Мәҫәлән, Алла Пугачева менән Максим Галкин Израилгә киткән (Галкин операцияны хупламауын белдергәйне), Валерий Леонтьев ҡатынына – Майамиға һыпыртҡан, Юрий Дудь эфирҙарын Барселонанан ғына сығара, Рената Литвинова Парижда (унда Рената ханымдың фатиры бар). Татар ҡыҙы Чулпан Хаматова Рәсәйгә башҡа ҡайтмаясағын белдергән, ул Латвияла йорт һатып алған. Лепс – АҠШ-та, Бузова – Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә. Ургант та (Путиндың ҡарарына ҡаршы булғаны өсөн уның йүнһеҙ тапшырыуҙарын эфирҙан алғандар) – Израилдә.

Әйткәндәй, китеүсе “йондоҙҙар” башлыса Израилде, АҠШ-ты, Латвияны, Ғәрәп Әмирлектәрен, Төркиәне һәм башҡа Европа илдәрен һайлаған.

РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, Кремлдә был сәнғәт әһелдәренең китеүенә тыныс ҡарайҙар.

«Это не главное. Отъехавшая звезда или несколько звезд, не может сделать общую погоду. Подавляющее большинство деятелей культуры поддерживают политику президента. Россия богата на таланты и отъезд отдельных «звёзд» не нужно излишне драматизировать», – тигән Песков әфәнде. Һәм шулай тип тә өҫтәгән:

«Люди искусства должны нести искусство людям. Это лучшее, что они могут сделать в нынешней ситуации».

Беҙҙең Башҡортостандан бер “йондоҙ” ҙа илде ташлап китмәгәндер ул? Барлайыҡмы, теүәлдәрме?

“Йондоҙ”һоҙ ҡалдыҡмы?
“Йондоҙ”һоҙ ҡалдыҡмы?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: