Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 09:47

Төркиә менән хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ

Республика менән идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Машина эшләүселәр союзы президенты Эмре Генджер менән осрашты.

Төркиә менән хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ
Төркиә менән хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ

Улар республиканың сәнәғәт предприятиелары араһында кооперация бәйләнештәрен үҫтереү мәсьәләләрен, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә төрлө төрөк техникаһы етештереүҙе ойоштороу мөмкинлектәрен тикшерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ республика Хөкүмәте ағзалары һәм Башҡортостан компаниялары етәкселәре ҡатнашты.

– Бер нисә сит илдең Рәсәйгә ҡарата санкциялар сәйәсәте урындағы бизнесҡа халыҡ-ара кимәлдә яңы бәйләнештәр булдырыу мөмкинлеге бирә, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хәҙерге ҡатмарлы ваҡытта Төркиә менән диалог – үҙ-ара килешеп эш итеүҙе нығытыуҙың мөһим этабы. Башҡортостан Төркиә бизнесы менән күптән хеҙмәттәшлек итә, уның вәкилдәре беҙҙең республикала эшләй. Беҙ нәҡ машина эшләү өлкәһендә партнерлыҡ бәйләнештәрен үҫтереүҙең ҙур потенциалын күрәбеҙ. Беҙҙә күп ҡорамал етештерелә, уларҙы сит ил баҙарҙарында танытырға әҙербеҙ.

– Ил етәкселеге ошо ҡатмарлы осорҙа Рәсәй партнерҙары менән хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса ниәтебеҙҙе хупланы. Беҙҙең союз Төркиә Республикаһының машиналар эшләү тармағы компанияларын берләштерә. Улар донъя баҙарында конкуренцияға һәләтле продукция етештерә. Һәм беҙ Башҡортостан менән яңы берлектәге проекттар менән ҡыҙыҡһынабыҙ, – тине Эмре Генджер.

“Бөгөнгө еңел булмаған осор – ҡыҙыҡ һәм перспективалы проекттарҙы башлауға уңайлы мәл. Ни тиклем генә пародоксаль булмаһын, халыҡ-ара хеҙмәттәшлектә лә шулай. Төрөк делегацияһының килеүе – быға дәлил. Беҙ күптән төрөк бизнесының машиналар эшләү тармағы менән бәйләнеште нығытырға теләй инек. Башҡортостан компанияларының продукцияһын Төркиә баҙарҙарына сығарырға ла ниәтләйбеҙ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә осрашыуҙан һуң.

Әйткәндәй, 2020 йылдың сентябрендә Истанбулда «Башҡортостан Республикаһы Конгресс-бюроһы» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының офисы эшләй башланы. 2021 йылда Башҡортостан менән Төркиәнең тауар әйләнеше 208,6 миллион долларға еткән, был 2020 йылғы кимәлдән ике тапҡырға күберәк. Республикабыҙҙан экспорт – 188,1 миллион, ә импорт тауарҙары – 20,5 миллион доллар. 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Башҡортостанда Төркиә капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 29 предприятие эшләй.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

 

Төркиә менән хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ
Төркиә менән хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: