Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 14:49

Радий Хәбиров яңы төрҙәге китапхана тураһында һөйләне

Проект әҙер булып килә. Мөһабәт. Күп функциялы. Заманса. Һәр кем өсөн.

Радий Хәбиров яңы төрҙәге китапхана тураһында һөйләне
Радий Хәбиров яңы төрҙәге китапхана тураһында һөйләне

“Һәр ваҡыт ниндәйҙер мөһим нәмә төҙөргә кәрәк. Һәм беҙ был турала уйланыҡ. Алдан уҡ шуны әйтергә теләйем: ҙур дүрт спорт объекты төҙөйбөҙ, йәғни спорт объекттары буласаҡ.

Өфөнөң юл инфраструктураһына ла күп аҡса һалабыҙ. Күперҙе лә, Көньяҡ ҡапҡаларҙы ла эшләйәсәкбеҙ, дөйөм алғанда, юл инфраструктураһында тәртип урынлаштырасаҡбыҙ. 2024 йылға тиклем Өфөнөң һәр паркында тиерлек реконструкция уҙғарырбыҙ.

Өфөлә ижади йәштәр, белемгә ынтылған кешеләр йыйылһын өсөн  ниндәйҙер ағартыу үҙәге кәрәк, тип уйланыҡ. Китапхана төҙөү идеяһы килеп тыуҙы. Әммә беҙ өйрәнгән ғәҙәти китапхана түгел, ә мәғрифәтселек үҙәге булдырыу”, – тип һөйләне Радий Фәрит улы бөгөнгө ҙур сара - "Арт-Ҡоролтай" форумында.

Буласаҡ үҙәктең урыны һайланған: аэропорттан Өфөгә килгәндә, Салауат Юлаев һәйкәле яҡлап, Республика йортона табан урында  Башҡортостан халҡы өсөн тирмә барлыҡҡа киләсәк.

“Был китапхана ғына түгел, аң-белем таратыу цехы. Унда китап фонды, китап музейы, китап һаҡлағыс, лекторий, ирекле ижад зонаһы буласаҡ. Хатта тренажер залы буласаҡ. Республиканың лайыҡлы кешеләренә дәүләт наградаларын тапшырыу өсөн тантаналар залын ойошторасаҡбыҙ”, – тине республика Башлығы.

 

Радий Хәбиров яңы төрҙәге китапхана тураһында һөйләне
Радий Хәбиров яңы төрҙәге китапхана тураһында һөйләне
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: