Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 13:16

Ни өсөн дарыуҙарҙы алдан күп итеп һатып алырға ярамай?

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығында ни өсөн  дарыуҙарҙы алдан алырға кәрәкмәгәнлеген аңлаттылар.

Ни өсөн дарыуҙарҙы алдан күп итеп һатып алырға ярамай?
Ни өсөн дарыуҙарҙы алдан күп итеп һатып алырға ярамай?

 

  Дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе  һәр төбәк халҡы өсөн бик мөһим мәсьәлә булып тора.  Дарыуханала кәрәкле дарыуҙың булыуы, уның хаҡы – бөгөн күптәрҙе борсой.   

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина   Кононова   дауалау препараттары тирәләй  барлыҡҡа килгән хәлгә аңлатма биреп,  барыһы ла яһалма тыуҙырылған ажиотажға бәйле, тип билдәләй.   

Мәҫәлән, “Карбамазепин” йәки икенсе төрлө уның сауҙа атамаһы   “Финлепсин”  – дарыуханаларҙа 2021 йылдың урталарынан алып юҡ.   Был дарыуҙы етештереүсе уның аналогын Рәсәйгә 2022 йылдың урталарында индерергә вәғәҙәләй.  Был  аналог барлыҡҡа килгәнсе тиклем БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы пациенттарға дауалаусы табипҡа мөрәжәғәт итеп, ҡыҫҡа ваҡытлы йоғонтоға эйә булыусы  дарыуға күсеп торорға кәңәш итә. 

“Левотироксин”  – ҡалаҡан биҙен дауалау өсөн ҡулланылыусы препарат.    Рәсәйҙә уны 50 мг һәм 100 мг доза менән ике етештереүсе әҙерләй. Шулай уҡ 25 мг һәм 75 миллиграмлыҡтарын сит илдән килтерәләр.     Ирина Кононова әйтеүенсә,  пациенттар уларҙы күп итеп һатып алып, үҙҙәре ажиотаж тыуҙыра.  Был дарыуҙар Башҡортостан келәттәрендә бар, уларға ҡытлыҡ юҡ.    

Бынан тыш, ваҡлап һатыуға сығарылған инсулиндар буйынса ла шул уҡ хәл.  Етештереүселәр уны һатыуҙан алған. Әммә ул  рецептһыҙ бирелергә тейеш түгел.  Инсулиндар махсус фармацевтика һыуытҡыстарында һаҡлана, шунлыҡтан уларҙы күпләп һатып алып, өйҙәге һыуытҡыста һаҡларға кәңәш ителмәй.   

 БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дарыуҙар запасын йыйырға кәңәш итмәй, сөнки уларҙың ҡулланыу ваҡыты бар һәм билдәле шарттарҙа оҙаҡ һаҡлана алмай.

Дарыуханала дарыуҙарҙың  булыу-булмауы тураһындағы мәғлүмәтте  түбәндә белергә мөмкин:

-   «Башфармация» дарыуханалар селтәрендә 8(800) 347-47-47,

-   «Честный знак» дәүләт системаһында: честныйзнак.рф,

-  шәхси дарыуханаларҙың сайтында.

Фото:Т.Аманов.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: