Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 10:56

Маргарита Болычева: "Бизнесҡа ярҙам итеү - мөһим бурыс"

- Рәсәйгә ҡаршы санкциялар индереүгә бәйле Импортты алмаштырыу үҙәген булдырырға тура килде, сөнки санкциялар, һис шикһеҙ, иҡтисадҡа етди оҙайлы йоғонто яһаясаҡ, - тип аңлатты брифингта тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. - Санкциялар Башҡортостандың тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегенә лә йоғонто яһай. Шуға күрә бизнесҡа ярҙам итеү - мөһим бурыс.

Маргарита Болычева: "Бизнесҡа ярҙам итеү - мөһим бурыс"
Маргарита Болычева: "Бизнесҡа ярҙам итеү - мөһим бурыс"

- Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Машина эшләүселәр союзы етәксеһе менән осрашты. Хеҙмәттәштәр беҙгә һәр яҡлап ярҙам итергә һәм үҙҙәренең продукцияһы менән тәьмин итергә әҙер. Дүшәмбенән алып предприятиеларҙан 85-кә яҡын заявка килде. Төбәгебеҙҙең партнеры "Рәсәй экспорт үҙәге" менән ошо предприятиеларға ярҙам итеү буйынса эш башланды, - тип һөйләне Маргарита Болычева.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: