Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 18:16

Махсус операция тураһында ялған хәбәр тарата күрмәгеҙ

Быйыл 4 мартта Рәсәй парламенты ҡануниәткә Рәсәй армияһы тураһында ялған мәғлүмәт таратыу, халыҡты Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙы индереүгә саҡырған өсөн хоҡуҡи яуаплылыҡты көсәйткән төҙәтмәләр ҡабул итте. Бөтә фракциялар ҙа, идеологик айырымлыҡтарҙы онотоп, бер тауыштан закон проектын хупланы. 

Махсус операция тураһында ялған хәбәр тарата күрмәгеҙ
Махсус операция тураһында ялған хәбәр тарата күрмәгеҙ

Хәҙер Рәсәй Федерацияһы мәнфәғәттәрен һәм уның граждандарын яҡлау, халыҡ-ара тыныслыҡты һәм именлекте тотоу маҡсатында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәрен файҙаланыу тураһында мәғлүмәттәр булған күрәләтә ялған хәбәр таратҡан өсөн 700 мең һумдан алып 1,5 млн һумға тиклем штрафтар йәки өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү ҡаралған.

Вазифа менән файҙаланып, күрә алмаусанлыҡ, нәфрәт арҡаһында ялған хәбәр таратҡан өсөн 10 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.

Дәүләт Думаһы шулай уҡ Ҡораллы көстәрҙе дискредитациялаған өсөн административ яуаплылыҡты индерҙе. Мәҫәлән, уларҙы файҙаланыуға ҡаршы төшөргә халыҡты саҡырған өсөн (енәйәти ғәмәле булмаған осраҡта) граждандар өсөн 30-50 мең һум штраф ҡаралған, вазифалы кешеләр өсөн - 100 меңдән 200 мең һумға тиклем, юридик берәмектәр өсөн - 300 меңдән 500 мең һумға тиклем. Ғәмәлдәргә законһыҙ акциялар үткәреүгә саҡырыу ҙа ҡушылғанда, ә улар граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына, йәмәғәт хәүефһеҙлегенә зыян килтереү хәүефен тыуҙырһа, граждандарҙы - 50 меңдән 100 мең һумға тиклем, вазифалы кешеләрҙе - 200 меңдән 300 мең һумға тиклем, юридик шәхестәрҙе 500 меңдән алып 1 миллион һумға тиклем штраф көтә.

Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина, был ҡанун Рәсәйгә ҡаршы алып барылған тулы масштаблы мәғлүмәти һуғышҡа яуап булды, тип иҫәпләй. Ул килтергән мәғлүмәттәр буйынса, был кампанияға көнбайыш "заказсылары" тарафынан бер нисә йөҙ миллион доллар тотонолған, ялған мәғлүмәт таратыуҙа 5 меңдән ашыу IT-белгес ҡатнаша, интернетта яҡынса өс миллиондан ашыу ялған яҙма иҫәпләнә.

- Илебеҙ ялған хәбәрҙәрҙе Ҡораллы Көстәр тураһында ғына түгел, башҡа органдар: илселек, Рәсәй гвардияһы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, прокуратура тураһында ла таратыу күренеше менән осрашты. Һуңғы аҙналағы ваҡиғалар был хәлде киҫкенләштерҙе, һәм беҙ килеп тыуған шарттарҙа ялған мәғлүмәт таратыуҙың йәмғиәттә паника тыуҙырыуға, илебеҙҙе дискредитациялауға йүнәлтелгәнен аңлайбыҙ. Бындай эштәргә юл ҡуйырға ярамай", - тип аңлатма бирҙе" Башинформ "ға Ирина Панькина.

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Украинаны демилитаризациялау һәм денацификация буйынса махсус хәрби операция башланыу менән ялған хәбәрҙәр Рәсәйгә яңы көс менән ябырылды, көнбайыш киң мәғлүмәт саралары ысынбарлыҡты киреһенә әйләндерә, тип билдәләне.

- Нацистарҙың енәйәттәренә күҙ йомалар йәки ул енәйәттәрҙе беҙҙең Ҡораллы көстәргә япһаралар, илебеҙгә, граждандарыбыҙға ҡарата нәфрәт тыуҙыралар. Рәсәй уларҙың аңында һәр ваҡыт ғәйепле һәм бөтә бәләләр өсөн яуаплы. Ошоно уҡ "факттар" тигән булып, Рәсәйҙә лә таратырға маташалар. Фейктар тураһындағы ҡанун мәғлүмәти арауыҡты ялғандан, көнбайыш идеологияһын пропагандалауҙан һаҡлай. Шул уҡ ваҡытта ул тикшерелгән, ышаныслы сығанаҡтарға таянып, үҙ эшен намыҫлы үтәгән профессиональ журналистарҙың эшендә ҡыйынлыҡтар тыуҙырмай. Бер кем дә власты тәнҡитләүҙән, йә рәсми фекерҙән айырылған үҙ фекерен әйтеүҙән тыймай", - тип иҫәпләй Толкачев.

Ғәҙел тәнҡитте ялғандан айырырға кәрәк, тип РФ Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев та ошо йәһәттән үҙ фекерен белдерҙе. "Властың теге йәки был ҡарарҙарына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, власты тәнҡитләй алаһың - был норма. Был демократияның бер өлөшө. Ләкин бындай ҡатмарлы хәлдәрҙә дәүләткә ҡаршы сәйәсәт алып барырға ярамай, сөнки был - хыянат", - тип "Яңылыҡтар" агентлығы Дмитрий Медведевтың һүҙҙәрен килтерә.   

Кемгә яуаплылыҡ янай һуң?

Күп тапҡыр иҫкәртеүҙәр ҙә, яза алыу перспективаһы ла Мәскәү эске эштәр идаралығының элекке технигы Сергей Клоковты Ҡырым һәм Мәскәү өлкәһе халҡына шылтыратып, РФ Ҡораллы Көстәре хаҡында ялған мәғлүмәт таратыуҙан туҡтатмаған. Яңы ҡанунға ярашлы, ялған хәбәр таратҡаны өсөн уға беренселәрҙән енәйәт эше асылған. 22 мартта суд уны 2 айға тиерлек ҡулға алды, был ваҡытты ул Тәфтиш изоляторында үткәрәсәк.

Башҡортостанда әлегә ҡанунды боҙоусыларға административ саралар ғына ҡулланылған. БР Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 24 февралдән 14 мартҡа тиклем йәмәғәт сараларын үткәреү ҡағиҙәләрен боҙған 56 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 119 граждан иҫкәртеү алған.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙы ойоштороу идаралығының административ ҡануниәтте ҡулланыу бүлексәһе хеҙмәткәре Айҙар Хаматов әйтеүенсә, халыҡ алдындағы ғәмәлдәр (митингылар, конференциялар, фильмдар күрһәтеү, урамда листовкалар таратыу, интернетта мәғлүмәт таратыу) өсөн; дискредитация - ил һәм уның граждандарының мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында РФ Ҡораллы көстәрен файҙаланыу буйынса дәүләт власы органдарының ҡарарына ышанысты кәметеүгә йүнәлтелгән аңлы эш өсөн; халыҡты хоҡуҡ, тәртип боҙоуға саҡырған өсөн (телдән, яҙма рәүештә, интернет, киң мәғлүмәт саралары ярҙамында) административ яуаплылыҡҡа тарттырылыу ихтимал. 

- Килешелмәгән асыҡ сараларҙа ҡатнашырға саҡырыу йәки ҡатнашыу, уларға бәлиғ булмағандарҙы йәлеп итеү, хәрәкәт итеү маршруттарын, ҡатнашыусыларҙың йыйылыу урынын яҙыу, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә ҡаршы эш итеү ысулдарын аңлатыу, власть вәкилдәренә ҡаршылыҡ күрһәтеүгә йүнәлтелгән ғәмәлдәр, шуға өндәү һ.б. - быларҙың барыһы ла һаҡланған хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә реаль хәүеф тыуҙырған ғәмәлдәргә индерелеүе мөмкин, - тип Айҙар Хаматов "Башинформ"ға аңлатма биргән.

Нисек һаҡланырға?

Адвокат Роман Петровтың фекеренсә, ялған хәбәрҙе социаль селтәрҙәге сәхифәлә яҙыу ғына түгел, мессенджерҙар аша ебәреү ҙә хоҡуҡ боҙоу тип иҫәпләнеүе мөмкин.

- Бер нисә танышыңа мәғлүмәтте ебәреү - асыҡ ерҙә яҙыу түгел, шулай ҙа бының өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙары ихтимал. Әгәр ҙә кешенең эш итеүе арҡаһында зыян килтерелһә, уға енәйәти яуаплылыҡ янай. Мәҫәлән, кешеләр митингҡа йыйылған һәм транспорт хәрәкәте ябылған, ти. Йәғни, зыян килтерелеүе аңлашылып тора. Шулай уҡ санкцияларҙы индереүҙе, шул уҡ бандеровсыларҙың ғәмәлдәрен аҡлау ҙа ошо иҫәпкә инә. Әле хәрби махсус операция бара һәм һәр ғәмәлгә мотлаҡ баһа биреләсәк ", - ти адвокат.

Роман Петровтың һүҙҙәренсә, закон яңы ғына ҡабул ителгән, уның буйынса хоҡуҡ ҡулланыу тәжрибәһе формалаша ғына, шуға ла граждандарға айырыуса һаҡ булырға кәрәк. Мәҫәлән, санкцияланмаған митингта булыу ҙа хоҡуҡ һаҡлаусыларҙа һеҙгә ҡарата һорау тыуҙырасаҡ, ә митингта күп кеше ҡатнашһа - эҙемтәләр ауырыраҡ та булыуы мөмкин.

- Бындай сараларҙа ҡатнашмаҫҡа, бер нәмә лә, бигерәк тә тикшерелмәгән мәғлүмәттәрҙе, имеш-мимеште, мессенджерҙар, интернет аша ебәрмәҫкә. "Теге яҡтан" беҙгә яуызлыҡ теләүселәр бер йыл ғына әҙерләнмәгән, уларға булышлыҡ итергә кәрәкмәй, - тип йомғаҡ яһай Петров.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: