Министрлыҡ көн һайын ойошмаларҙың хеҙмәткәрҙәренең иҫәбе, тулы булмаған эш һәм ситтән тороп эшләү режимы индерелеүен күҙәтеп бара.
Үткән аҙналағы 48 мең вакансия 24 мартҡа ла көнүҙәк булып ҡала. "Башавтотранс"(900 вакансия), “Тандер” (“Магнит”) (760 вакансия),"Аркада" (500 вакансия), "Агроторг" (“Пятерочка”) (490 вакансия), "ӨМПО" (300 вакансия), “Стеклонит” (190 вакансия), " Рәсәй почтаһы" (140 вакансия), "Турбаслы бройлерҙары" (140 вакансия) кеүек эш биреүселәр биң күп эш урындары тәҡдим итеүселәр иҫәбендә.
Хеҙмәт баҙарына ярҙам итеүгә, ваҡытлыса эш менән тәьмин итеүгә, йәмәғәтселек эшенә һәм кешеләрҙе уҡытыуға федераль бюджеттан 885 млн һум аҡса бүленгән.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.