Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 12:33

Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡлана

Бөгөнгө көндә республикала көн һайын 700-ләп кешенең яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыуы теркәлә. 

Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡлана
Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡлана

 Ковид менән ауырыусылар өсөн 900-ҙән ашыу койка-урын булдырылған.  Ололар һәм хроник сирҙәре булғандар  айырыуса ныҡ ауырый.  

“Башҡортостанда коронавирус инфекцияһына бәйле хәл тотороҡлана, әммә иркен тын алырға әле иртәрәк. Башҡа илдәрҙә ковидтың яңы тулҡыны үҫешә”, – тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин брифинг барышында.

Эксперттар йәйгелеккә ауырыуҙың көсәйеүен күҙаллай. Шунлыҡтан коронавирусҡа ҡаршы вакциналауҙы дауам итергә кәрәк. Ә кемдәр вакцина эшләткән –  ревакцинациялау үтергә. Максим Забелин әйтеүенсә, Covid-19 менән ауырығандан һуң иммунитет вакцина эшләткәндәге кеүек   булмай.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: