Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 10:35

Көн торошо

Башҡортостанда алдағы ике көндә епшек ҡар яуасаҡ. Башгидромет синоптиктары хәбәр итеүенсә, һауа температураһы 7 градусҡаса йылынасаҡ.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көслө. Һауа температураһы көндөҙ – 2 градус һалҡындан 7 градусҡаса йылы.

26 мартта төндә әллә ни яуым-төшөм фаразланмай, көндөҙ урыны менән бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә – 5–10, аяҙытҡанда 12–17 градус һалҡын, көндөҙ – 1 гладус һалҡындан  4 градусҡаса йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: