Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 08:30

Илшат Фазрахманов: Башҡортостанда йыл ярымлыҡ иген запасы бар

БР Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов БСТ каналында үткән брифингта белдереүенсә, икмәк менән тәьмин итеүҙә проблеманың булыуы мөмкин түгел.

Илшат Фазрахманов: Башҡортостанда йыл ярымлыҡ иген запасы бар
Илшат Фазрахманов: Башҡортостанда йыл ярымлыҡ иген запасы бар

Бөгөн аграрийҙар яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнә. Былтыр ҡоролоҡ йылында ла беҙҙә 2,2 миллион тонна иген йыйып алынған. Ғәҙәттә, йылына 1,8 миллион тонна тотонола.

Тиҙҙән баҫыуға 10 мең самаһы трактор сығасаҡ. Министр әйтеүенсә, 2 миллион гектар майҙанда ярауай культуралар сәсергә кәрәк.

- Быйыл мул уңыш алырға ниәтләйбеҙ. Йыл яҡшы килһен, ҡоролоҡ булмаһын, тип теләйбеҙ, - тине Фазрахманов.

Илшат Фазрахманов: Башҡортостанда йыл ярымлыҡ иген запасы бар
Илшат Фазрахманов: Башҡортостанда йыл ярымлыҡ иген запасы бар
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: