Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 11:48

Хәйбулла депутаттары бик мөһим ҡарар ҡабул иткән

Бөгөн муниципаль район Советы депутаттары район хакимиәте башлығы вазифаһына Рөстәм Шәриповты ҡуйыуҙы раҫланы. 

Хәйбулла депутаттары бик мөһим ҡарар ҡабул иткән
Хәйбулла депутаттары бик мөһим ҡарар ҡабул иткән

 Асыҡ тауыш биреүҙән һуң барыһының да тауыштары Рөстәм Динислам улының кандидатураһы яҡлы булып сыҡҡан. 

Рөстәм Шәрипов Хәйбулла районын 2019 йылдың декабренән алып етәкләне. Былтыр Яңы йыл алдынан контракты тамамланғас, ул мунициалитет башлығы вазифаһын үтәүсе итеп ҡалдырылды, бер юлы район башлығы вазифаһын биләү буйынса конкурс та иғлан ителде.    

Рөстәм Динилам улына тынғыһыҙ эшендә - уңыштар, районға - сәскә атыуҙы теләйбеҙ!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: