Өфөлә «Бөйөк дала: Арауыҡ. Ваҡыт. Мәҙәниәт» уникаль күргәҙмәһе асылды. Унда баш ҡала халҡына Ҡаҙағстандың Милли музейы фондынан килтерелгән 125 боронғо әйбер тәҡдим ителә. Был — Евразияның дала мәҙәниәтен һәм традицияларын сағылдырған мираҫтың, билдәһеҙ оҫталар ижадының бер өлөшө генә. Ҡаҙағстандың символына әүерелгән «Алтын кеше» Истанбул, Лондон, Прага кеүек ҙур ҡалаларҙа булған.
Күргәҙмәне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров асты:
«Беҙ былтыр ҡаҙаҡ дуҫтарыбыҙ менән осрашыуҙа мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтерергә һөйләшкәйнек. Нур-Солтанда миңә «Алтын кеше» оҡшаны. 1960-70-се йылдарҙа Ысыҡкүлдә кургандарҙы ҡаҙғанда сак батшаһының ҡәберлеген һәм биҙәүестәрен табалар. Экпозиция бөтә донъяға танылыу яуланы һәм күп илдә халыҡ хөкөмөнә сығарылды. Мин уны беҙгә лә алып килеүҙәрен һорағайным. Бөгөн был күргәҙмәне Башҡортостандың Милли музейында асабыҙ», — тине Башҡортостан Башлығы.
Шулай уҡ сарала Ҡаҙағстандың Милли музейы директоры Арыҫланбәк Мөхәмәтулы, Ҡаҙағстандың Ҡазандағы Генераль консулы Ерлан Исхаҡов, Әл-Фараби Зәйнуллу Самашев исемендәге Ҡаҙаҡ Милли университеты профессоры Батеш Аҡпасов ҡатнашты.
«Был артефакттар IV-V быуаттарҙа Евразия ерҙәрендә боронғо рун яҙмаһы булыуы хаҡында һөйләй. Һәр алтын биҙәүес үҙенә күрә мәғәнәгә эйә. Улар Башҡортостан халҡы өсөн ҡыҙыҡлы булыр. Күргәҙмә ойошторорғаа теләк белдергәне өсөн республика Башлығы Радий Хәбировҡа һәм Мәҙәниәт министрлығына рәхмәтлемен», — тине Ҡаҙағстандың Милли музейы директоры Арыҫланбәк Мөхәмәтулы.
Ысынлап та, сак ҡәбиләләре дәүеренән ҡалған биҙәүестәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, ат егеү әйберҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Экспозицияның һәр ташы, һәр күренеше тамашасыны серле тарих төпкөлөнә әйҙәй. Шул дәүерҙә табылған таштағы яҙыуҙар ҙа һаман булһа уҡылмаған, ғалимдар уны рун яҙмаларына оҡшаш тип билдәләгән. Ҡыҫҡаһы, был серле донъя тағы асылыр ҙа асылыр әле.
Күргәҙмә Өфөлә 29 мартҡа тиклем буласаҡ. Уны барып күрергә ашығығыҙ!
Фото: Юлай Кәримов