Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 10:44

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

Бөгөн брифинг барышында Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" тигән штабтың эшмәкәрлеге менән таныштырҙы.

Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!

- "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" штабы сит илдә тороп ҡалған граждандарыбыҙҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән, - тине Маргарита Болычева. - Беҙ үҙ аллы йәки туроператорҙар аша юлламалар һатып алып, сит илдә тороп ҡалған республика халҡына ярҙам ойошторабыҙ. 24 февралдән ведомствоға республика халҡынан 225 мөрәжәғәт килгән. "Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ" штабы составына республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфө бүлексәһе, Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты, "БашТурСоюз" коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы, республика менән идара итеү үҙәге инә. Беҙ сит илдәрҙә тороп ҡалған туристарға проблемаларын хәл итергә ярҙам итәсәкбеҙ. Мәҫәлән, Мысырҙа өс тапҡыр үҙҙәренең туроператорҙарынан билеттар алып та, илгә ҡайта алмаған граждандарыбыҙ бар. Улар араһында сабыйҙар ҙа, ауырыуҙар ҙа бар. Кисә Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса Мысырҙан айырым төркөмдәр менән граждандарыбыҙҙы алып ҡайтырға мөмкинлек таптыҡ. Бер-ике сәғәттән Өфөгә 51 кеше ҡайтасаҡ.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: