Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 21:20

БР яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары колледжды тамамлаусыларҙы эшкә ҡабул итергә әҙер

Һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы, республика нефть тарихының 90 йыллығы айҡанлы Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Йылдам һөнәри әҙерлек үҙәге һәм Өфө ҡалаһының мәшғүллек үҙәге вәкилдәре ҡатнашлығында брифинг үткәрҙе.

БР яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары колледжды тамамлаусыларҙы эшкә ҡабул итергә әҙер
БР яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиелары колледжды тамамлаусыларҙы эшкә ҡабул итергә әҙер

Студенттар менән осрашыу сиктәрендә эш биреүселәр хеҙмәткәрҙәргә социаль ярҙам саралары, эш хаҡы кимәле, үҫеш мөмкинлектәре һәм буласаҡ белгестәргә талаптар хаҡында һөйләне.

Өфө дәүләт нефть техник университеты проректоры Денис Каретников университеттың мәғариф мөмкинлектәре менән таныштырҙы.

Осрашыу аҙағында Башҡортостан Республикаһының яғыулыҡ-энергетика комплексының ҙур предприятиелары вәкилдәре Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенттарын уҡыуҙы тамамлағандан һуң эшкә саҡырҙы.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: