Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 21:41

Берҙәмлектә - көс

24 мартта ВДНХ-ЭКСПО күргәҙмәләр комплексы майҙансығында "АгроКомплекс" халыҡ-ара күргәҙмәһе сиктәрендә ете килешеүгә ҡул ҡуйылды: Башҡортостанда "Мәктәп - ВУЗ - Предприятие – БР Ауыл хужалығы министрлығы - БР Мәғариф министрлығы" системаһында берҙәм мәғариф киңлеге булдырыла.

Берҙәмлектә - көс
Берҙәмлектә - көс

Килешеүҙәрҙә Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы ойошмалары өсөн өҫтөнлөклө һәм талап ителгән һөнәрҙәр буйынса квалификациялы кадрҙар әҙерләү, Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы ойошмаларына эшкә урынлаштырыу, аграр йүнәлеш буйынса берҙәм мәғариф киңлеген булдырыу ҡаралған, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.

Бөгөн Башҡортостанда 32 агрокласс бар, уларҙа 600-ҙән ашыу бала уҡый. Дәрестәрҙә уҡыусылар өсөн республиканың төп агросәнәғәт предприятиелары буйлап экскурсиялар үткәрелә, уҡыусылар ғилми учреждениеларҙың тәжрибәле баҫыуҙарына йөрөй, ғалимдар менән осраша.

Үҙ-ара эш итеү - мәғариф учреждениеларына аграр университеты ғалимдары етәкселегендә ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн лабораторияһы булған махсус кластар асыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе аңлата. Ҡайһы бер мәктәптәрҙә ошоға ярашлы эш алып барыла. Был пилот проекты уңышлы тормошҡа ашырылһа, киләһе уҡыу йылында уға "Агрокластар" сиктәрендә башҡа мәғариф учреждениелары ла индереләсәк, - - тип аңлатма бирҙе Башҡорт дәүләт аграр университетының агротехнологиялар һәм урман хужалығы факультеты деканы Илгиз Аҫылбаев.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: