Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 17:23

Башҡортостанда мәктәп туризмы өсөн 11 меңдән ашыу социаль сертификат бүленәсәк

Быйыл төбәктә, 189-сы федераль законға ярашлы,  электрон социаль сертификат буйынса мәктәп туризмы өлкәһендә дәүләт хеҙмәттәре нисек күрһәтеләсәк?

Башҡортостанда мәктәп туризмы өсөн 11 меңдән ашыу социаль сертификат бүленәсәк
Башҡортостанда мәктәп туризмы өсөн 11 меңдән ашыу социаль сертификат бүленәсәк

Был турала йәмәғәтселәр, республикабыҙҙың башҡарма власть органдары вәкилдәре, эксперттар һәм ҡыҙыҡһынған кешеләр фекер алышты. Бындай осрашыуҙы БР Йәмәғәт палатаһының профилле ваҡытлы эшсе төркөмө ойошторҙо.

Пилот программаһы быйылдан эшләй башлай, уның маҡсаты - ҙур булмаған сәйәхәт менән мәктәп йәшендәге балаларҙы тыуған төйәгенең тарихы менән таныштырыу. Федераль аҡса төбәктәргә ошондай сәфәрҙәрҙе ойоштороу буйынса сығымдарҙы ҡапларға мөмкинлек бирәсәк. Субсидияланған сәфәр  хаҡы һәр уҡыусыға 7 мең һумдан кәм булмаҫҡа тейеш, уларҙың 5 меңе - федераль бюджеттан гарантияланған сумма.

Беҙҙең төбәктә мәктәп туризмы өлкәһендә 11 106 социаль сертификатты Башҡортостан Республикаһының Туризм буйынса дәүләт комитеты линияһы буйынса алырға мөмкин. Улар тотош республика буйынса  V - IX синыфтар араһында 250 мең 416 уҡыусыға  бүленә. Проектты ғәмәлгә ашырыу осоро - әлеге йылдың апрель-декабрь айы.

Мәғариф һәм фән министрлығынан сертификаттарҙың 70 процентын – муниципаль, республика, бөтә Рәсәй ярыштары һәм туристик-тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге олимпиадалар еңеүселәренә һәм призерҙарына, ҡалған өлөшөн айырыуса белем биреү ихтыяжы булған, имен булмаған һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге балаларға, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, Башҡортостан Республикаһының балалар йорттарында тәрбиәләнгән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға, коррекция мәктәптәре һәм мәктәп-интернаттары тәрбиәләнеүселәренә бирергә тәҡдим итә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: