Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 10:35

Башҡортостанда B2 витамины етештереү буйынса завод асыласаҡ

Был хаҡта сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев хәбәр итте.

Башҡортостанда B2 витамины етештереү буйынса завод асыласаҡ
Башҡортостанда B2 витамины етештереү буйынса завод асыласаҡ

Башҡортостандың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев «Аңлатабыҙ, Башҡортостан» брифингында импортты алмаштырыуға йүнәлтелгән инвестиция проекттары хаҡында һөйләне.  

«Сәнәғәт тотороҡлоҡто һаҡлай, инвестициялар бар. Бөгөн беҙ B2 витамины етештереү буйынса инвестиция проектын ҡараныҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәр форумда ла производство асыу маҡсатын ҡуйғайны. «Агрокомплекс» форумында ауыл хужалығы предприятиеһы астыҡ, бер айҙан «ПОЛИЭФ» заводында яңы производство асыласаҡ, майҙа нефть производствоһын ебәреү ҡарала. Бөгөн беҙҙә 230 миллиард һумға 39 сәнәғәт проекты өҫтөнлөклө инвестпроекттар исемлегендә. Үзбәкстан партнерҙары менән берлектә тағы ике проектты өйрәнәбеҙ, апрелдә «тәүге таш» һалынасаҡ», — тип белдерҙе ул.

Александр Шельдяев һүҙҙәренсә, республикала импортты алмаштырыу 2014 йылда уҡ башланған.

«Газпром», «Ростех» компаниялары менән бер йүнәлештә эшләйбеҙ. «Газпром»дың 24 предприятиеһы импортты алмаштырыусылар иҫәбенә инә. Улар фильтрҙар, деталдәр етештереү менән шөғөлләнә. Ошондай уҡ эш «Транснефть», «Роснефть» менән башҡарыла».
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: