Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
25 Март 2022, 10:52

Бөгөн – Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Был матур датаны Рәсәй Президенты Владимир Путин 2007 йылдың авгусындағы указы менән булдырған. Башланғыста Мәҙәниәт министрлығы тора. Беҙҙең илдә мәҙәниәт тармағы байрамы күп кенә – музейҙар көнө, китапханалар көнө, матбуғат көнө, кино көнө, театр көнө, бейеү көнө, һәйкәлдәр көнө...

Бөгөн – Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн – Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө

Әйткәндәй, Санкт-Петербургты, Рәсәйҙең мәҙәни баш ҡалаһы, тиҙәр. Баҡһаң, унда 2000 китапхана, 221 музей, 100 концерт берләшмәһе, 80 мәҙәниәт һарайы, 62 кинотеатр, 45 картина галереяһы бар икән.

Беҙҙә сәнғәткә, мәҙәниәткә ҙур иғтибар бирелә. Рәсәйҙә Президент ҡушыуы буйынса әҙерләнеп ғәмәлгә ашырылған 12 милли проект араһында “Мәҙәниәт” проекты ла булыуы – шуға дәлил.

Ошо тармаҡта эшләүсе һәммәһен дә ҡотлайбыҙ!

Фото: Юлай Кәримов.

Бөгөн – Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Бөгөн – Рәсәйҙә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: