Өфөлә йәшәгән 34 йәшлек ҡатындың телефонына билдәһеҙ ҡатын-ҡыҙ шылтыратып, картағыҙҙа һигеҙ мең һум бонус йыйылған, уны алыр өсөн яңы карта асып, телефонға килгән кодтарҙы әйтергә кәрәк, тип хәбәр иткән. Ҡатын ҡыуанып, уның әйткәндәрен үтәгән. Икенсе көндө банк бүлексәһенә һигеҙ мең һумды алырға килгәс, үҙенең исеменә 80 мең һумлыҡ кредит алынып, билдәһеҙ иҫәптәргә күсерелеүен белгән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.