Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2022, 09:11

ГТО фестивале үтәсәк

Иглин районының хеҙмәт коллективтары спортҡа ылыға. Ошо көндәрҙә улар ГТО фестивалендә көсөн һынаясаҡ.

ГТО фестивале үтәсәк
ГТО фестивале үтәсәк
"Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" йүнәлешен ғәмәлгә ашырыуға республикала ҙур иғтибар бирелә. Халыҡ спорт менән шөғөлләнә, шарттар булдырыла. Әле беҙҙә ГТО нормативтары тапшырыу ҙа әүҙем тергеҙелә.
Иглин районында ике көн рәттән, 25 һәм 26 мартта, махсус фестиваль үтә. Унда 25 - 69 йәшлектәр ГТО һынауҙары тапшыра. Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙарға айырым нормативтар ҡаралған.
Фото: Иглин районы хакимиәтенән.


 
ГТО фестивале үтәсәк
ГТО фестивале үтәсәк
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: