ФинЗОЖ Fest 4-10 апрелдә уҙғарыла, унда Рәсәйҙең бөтә төбәктәре лә ҡатнаша. Уҡыусыларҙы һәм үҫмерҙәрҙе аҡса менән эш итергә, шәхси бюджет өсөн өлкәндәрсә яуап тоторға өйрәтәсәктәр. Ата-әсәләр һәм уҡытыусылар финанс йәһәтенән балаларҙы тәрбиәләү ысулдары, муттар тоҙағына эләкмәү сараларын өйрәнәсәк.
18 йәшкә тиклемге һәр кемгә "Финсәләмәт йәшәү рәүешен белеүселәр" уйынында һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнашырға, "Крош һәм грош" подкасты мотивтары буйынса тест һорауҙарына яуап бирергә һәм бүләктәр оторға мөмкин. Аҙналыҡтың ойоштороусыһы булып Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы һәм Рәсәй Федерацияһының Үҙәк банкы сығыш яһай. Рәсәйҙә аҙналыҡ координаторы: "Ғилми-тикшеренеү финанс институты" федераль дәүләт бюджет учреждениеһы.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.