Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2022, 09:40

Фермала хәүефле сир буйынса карантин боҙолған

Ауырыу һәм сәләмәт хайуандар бер бүлмәлә бергә торған.

Фермала хәүефле сир буйынса карантин боҙолған
Фермала хәүефле сир буйынса карантин боҙолған

Йәрмәкәй районындағы «Мир» ауыл хужалығы предприятиеһында эре малда лейкоз табылыу сәбәпле, карантин индерелгән. Шуға ҡарамаҫтан, фермер бөтә хайуанды ла бергә тотҡан.

Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт белгестәре унда барып, бик күп ҡағиҙә боҙоуҙы асыҡлаған. Әйтәйек, һау һәм зарарланған һыйырҙарҙан һөт бер һауытҡа йыйылған, бер бинала быҙаулаған. Ә быҙауҙарға йоғошло һыйырҙарҙың ыуыҙы эсерелгән.

Бынан тыш, һөт-тауар фермаһына ингән урында ҡуйылған дезинфекция барьеры ҡышҡыһын эшләмәй; дезинфекция келәмдәре юҡ; эпизоотик сығанаҡ биләмәһенән сыҡҡанда кейем-һалымға һәм аяҡ кейеменә дезинфекциялау үткәрелмәй.

Ферма етәксеһе яуаплылыҡҡа тарттырылған, уға 3000-дән 5000 һумға тиклем штраф янай.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: