-13 °С
Болотло
Быйыл июнь һәм июль айҙарында илдең күп төбәгендә эҫе буласаҡ. Норманан бер аҙ юғары температура көтөлә. Етмәһә, ҡоролоҡ та булыуы ихтимал.
Июндә Рәсәйҙең Европа өлөшө төньяғында, Уралда, Көнбайыш Себерҙә, Красноярск крайының төньяғында эҫе һәм ҡоро торасаҡ. Июлдә көн торошо норманан тайпылмаясаҡ, тигән фараз бар.
Йәй булһа ла, ҡапыл ғына һыуытҡаны бар. Ә был йәйҙә иһә ундай сюрприздар күҙалланмай.
Шулай ҙа был фаразға улай уҡ ышанырға ла кәрәкмәҫ. Сөнки тәбиғәт барыбер үҙенсә үҙгәрә. Иң дөрөҫөн синоптиктар биш көн алдан ғына әйтә ала, ти бит.
Фото: Юлай КӘРИМОВ.