Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
24 Март 2022, 15:30

Был бәйгелә еңеүселәр «Артек»ка юллама аласаҡ

Радий Хәбиров «АгроНТИ» Бөтә Рәсәй конкурсында еңгән уҡыусыларға бүләктәр тапшырҙы.

Был бәйгелә еңеүселәр «Артек»ка юллама аласаҡ
Был бәйгелә еңеүселәр «Артек»ка юллама аласаҡ

Бүләкләү тантанаһы баш ҡалабыҙ Өфөлә «АгроКомплекс – 2022» халыҡ-ара күргәҙмәһе барышында уҙҙы. Балалар «Агройыһан», «АгроРоботтар» һәм «АгроКоптерҙар» номинацияларында иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Бында республикабыҙ мәктәптәренән ете уҡыусы еңеү яуланы. Бына улар:

Илнар Искәндәров, VIII синыф уҡыусыһы, «АгроРоботтар» номинацияһы;
Артём Ишмаев, VI синыф уҡыусыһы, «АгроРоботтар» номинацияһы;
Данис Ҡорбанов, XI синыф уҡыусыһы, «АгроРоботтар» номинацияһы;
Рәмил Мырҙабаев, XI синыф уҡыусыһы, «АгроКоптерҙар» номинацияһы;
Ирхан Үтәбаев, IX синыф уҡыусыһы, «АгроРоботтар» номинацияһы;
Арсений Шамуҡаев, VI синыф уҡыусыһы, «АгроРоботтар» номинацияһы;
Мария Емельянова, XI синыф уҡыусыһы,  «АгроКосмос» номинацияһы.
Бөтә Рәсәй бәйгеһендә еңеүселәр БДИ-ға өҫтәмә балдар, ойоштороусыларҙың сертификаттары һәм дипломдары, шулай уҡ «Артек»ка юллама аласаҡ.

«АгроНТИ» Бөтә Рәсәй конкурсы ауыл мәктәптәре һәм бәләкәй ҡала уҡыусылары өсөн махсус булдырылған. Ул балаларға робот техникаһын, пилотһыҙ аппараттар, йыһан технологияларын, метеостанцияларҙы һәм биотехнологияларҙы өйрәнергә мөмкинлек бирә.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: